Хәүефһеҙлек
23 Октябрь 2022, 16:00

15 йәшлек үҫмерҙе тотҡандар

Ул яуапллыҡтан ҡасырға маташып, өлкән ағаһының мәғлүмәттәрен бирә

15 йәшлек үҫмерҙе тотҡандар15 йәшлек үҫмерҙе тотҡандар
15 йәшлек үҫмерҙе тотҡандар

Белеүебеҙсә, аҙнаның ял көндәрендә һәм байрам ваҡытында республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре дежурлыҡты көсәйтә, рейдтар ойоштора. Был аҙнала ошо иҫкәртеү саралары ваҡытында Әбйәлил районында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 15 йәшлек үҫмерҙе эскән килеш автомобиль руле артында тотҡан.

ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Геологоразведка ауылында юл–патруле хеҙмәткәрҙәре “ВАЗ-2107” автомобиленә иғтибар итә. Уның водителе полиция хеҙмәткәрҙәренең туҡтау талабын үтәмәй, ҡасырға маташа. Инспекторҙар машинаны ҡыуып тота.

Рулдәге үҫмерҙең документтары булмай сыға. Етмәһә, яуаплылыҡтан ҡасырға маташып, өлкән ағаһының мәғлүмәттәрен бирә. Уның ауыҙынан араҡы еҫе аңҡып торғас, полиция хеҙмәткәрҙәре эскәнлеккә тикшерергә тәҡдим итә һәм уларҙың шиге раҫлана.

Һөйләшеү барышында үҫмер үҙенең бәлиғ булмаған йәштә булғанын әйтә, автомобилде лә атаһынан алып ҡасҡан. Малайҙың ата-әсәһен дә саҡырталар. Улар алдында тағы ла “өрҙөрөп” ҡарайҙар.

Йәш “водителгә” ҡарата бер нисә протокол төҙөлгән. Материалдар бәлиғ булмағандар комиссияһына тапшырылған.

Фото скриншот: @bash_gibdd

15 йәшлек үҫмерҙе тотҡандар
15 йәшлек үҫмерҙе тотҡандар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас