

Йома көндө Ишембай районында тағы бер фажиғәле хәл теркәлде. Алаҡай ауылы янында булған юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәпле ике йәш ирҙең ғүмере өҙөлә.
Хәбәр ителеүенсә, ВАЗ-2115 машинаһы быуа янынан китеп барған була. 25 йәшлек водитель машинаһына идараны юғалта һәм юлдан осоп ҡолай. Бынан һуң быуаға төшөп китә.
Һөҙөмтә аяныслы, водитель дә, уның 31 йәшлек пассажиры ла урында һәләк булған. Әйткәндәй, руль артында ултырған егеттең водитель тыныҡлығы булмаған, уны мәхрүм иткәндәр.
Әгәр водитель таныҡлығын алғандар икән, тимәк сәбәбе булған. Тимәк кеше юлда һаҡһыҙ йөрөгән, үҙенең һәм кешеләрҙең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай кешеләр документтарын алыуға ҡарамай, сираттағы тапҡыр рулгә ултыра. Был осраҡта үҙен һәм иптәшен һәләк иткән...
Хөрмәтле водителдәр! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре һәр кем өсөн дә бер. Уларҙы теүәл үтәргә генә кәрәк: тиҙлекте арттырмаҫҡа, эскән килеш рулгә ултырмаҫҡа, хәүефһеҙ ара тоторға, ҡайыштарҙы эләктерергә. Һәр кемде өйөндә көтәләр!
Фото: ЮХХДИ.