

Кисә кис Өфө районының Шамонин ауылында йәшәгән күп балалы Кадаевтар ғаиләһенә оло бәлә килде - уйламағанда йорттары янды. Был хаҡта «Башинформ» порталы яҙған.
Янғын башланғанда йортта ике бала, әсәй менән өләсәй була. Күршеләрҙең һүҙҙәренән, ялҡын мансард этажды, аш бүлмәһен, коридорҙы ялмаған. Бәхеткә, 8 класта уҡыған Морат ҡаушап ҡалмай, ғауғаламай ғына тәүҙә һеңлеһен сығара, аҙаҡ әсәһе менән өләсәһенә ярҙамлаша. Хатта ҡайһы бер документтарҙы ла алып сығырға өлгөрә ул. Үҫмерҙең ҡыйыулығы арҡаһында яҡындары ҡотолоп ҡала.
Алдан күҙаллауҙар буйынса, янғын һыуытҡыс менән туңдырғыс араһындағы электр проводонан сыҡҡан. Ғаилә башлығы әле Себерҙә эштә икән.
Йорт хужабикәһе Мөнирә Кадаеваны ауылда ижади кеше булараҡ яҡшы беләләр. Бешеренергә оҫта ҡатын ауылда үткән һәр байрамда әүҙем ҡатнашып, төрлө тәмлекстәр бешереп, балаларҙың күңелен күрә. Бына хәҙер килеп, ҙур ғаилә үҙе ярҙамға мохтаж.
Әле ауылдаштары 17,14 йәшлек үҫмерҙәр һәм өс йәшлек ҡыҙҙары менән ҡышҡа ҡарай урамда ҡалған ғаиләгә аҡсалата һәм кейем-һалым йыйыу буйынса ярҙам ойошторған.
Фото "Башинформ".