Хәүефһеҙлек
24 Октябрь 2022, 06:30

Эскән килеш рулгә ултырған

Сибай- Аҡъяр юлында ВАЗ-21099 руле артындағы өлкән йәштәге ир юл ситенә сығып осҡан һәм машинаһын ауҙарған

Эскән килеш рулгә ултырғанЭскән килеш рулгә ултырған
Эскән килеш рулгә ултырған

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, кисә Сибай - Аҡъяр юлында ВАЗ-21099 руле артындағы өлкән йәштәге ир юл ситенә сығып осҡан һәм машинаһын ауҙарған.

Юл-транспорт ваҡиғаһы Сибай - Аҡъяр трассаһының 65-се саҡрымында теркәлгән. 63 йәшлек водителдең иҫерек булыуы асыҡланған, тест уның үпкәһендә 0,853 мг алкоголь күрһәткән.

Водитель төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған, осраҡ буйынса тикшереү бара.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күпме тапҡыр эскән килеш машина руле артына ултырмаҫҡа кәңәш итһә лә, водителдәр үҙҙәренең һәм пассажирҙарының ғүмерен уйламай, юлдарҙа йөрөүен дауам итә. Ә улар бик ябай ғына: юлдарҙа тиҙлекте арттырмаҫҡа, эскән килеш рулгә ултырмаҫҡа, хәүефһеҙ ара тоторға, ҡайыштарҙы эләктерергә. Тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән ҡағиҙәләрҙе инҡар итмәһәгеҙ ине.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас