

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 25 октябрҙә, 20.37 сәғәттә ведомствоға Өфөнөң Вокзал урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр итәләр. Ваҡиға урынына шунда уҡ министрлыҡтың һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәрҙең көстәре йүнәлтелә.
Улар килгән саҡта ике ҡатлы кирбес бинаны ут ялмап алған була.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бинала бер кем дә юҡ. Янғын майҙаны 200 квадрат метр тәшкил итә. Утты һүндереүгә 78 кеше һәм 24 берәмек техника йәлеп ителгән, шул иҫәптән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 44 кеше һәм 14 техника.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан байынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Иҙрисов урында янғынды һүндереү барышына идара итә. Ут сығыу сәбәптәре асыҡлана, ваҡиға урынында тәүтикшереүселәр һәм янғын һынау лабораторияһы белгестәре эшләй.
Фото: @mchsrb.