Хәүефһеҙлек
26 Октябрь 2022, 14:00

Ҡасҡан этен тотам тип...

33 йәшлек ир һәләк булды. 

Ҡасҡан этен тотам тип...Ҡасҡан этен тотам тип...
Ҡасҡан этен тотам тип...

Башҡортостандағы ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, үткән тәүлектә республика юлдарында 24 авария теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, 28 кеше йәрәхәттәр алған.

Кисен Шишмә районында Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлының 1424-се километрында Йәрмәкәй районында йәшәгән 32 йәшлек ир махсуслаштырылған КамАЗ цистернаһы менән идара итеп, Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгән 33 йәшлек ирҙе бәрҙергән, һуңынан УАЗ автомобиле менән бәрелешкән. Аварияла йәйәүле урында һәләк булған. 30 йәшлек УАЗ водителе һүҙҙәренсә, һәләк булған ир-уҙаман транспорт салонынан һикергән этте эҙләргә тип сыҡҡан. Был дүрт ирҙең һунарҙан ҡайтып килгәне билдәле. Тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡланасаҡ.

Был йәһәттән Владимир Севастьянов автоһәүәҫкәрҙәргә үҙ кәңәштәрен бирә:

“Бындай юл-транспорт ваҡиғалары хәүефе менән бәйле мәжбүри туҡталышта киләһе эш алгоритмын үтәргә: автомобиль двигателен һүндерергә, авария сигналын ҡабыҙырға, пассажирҙар менән бергә машина салонынан сығырға, пассажирҙарҙы йөрөй торған юлдан һәм транспорт сараһынан хәүефһеҙ араға алып барырға, авария туҡталышы билдәһен ҡуйырға кәңәш итәм. Өҫтәүенә тораҡ пункттарынан ситтә туҡтарға мәжбүр булған осраҡта ҡараңғы ваҡытта яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы материал һыҙаттары менән куртка йәки жилет кейергә кәрәк”, – тип яҙҙы ул.

Фото: ЮХХДИ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас