Хәүефһеҙлек
26 Октябрь 2022, 12:00

Өфө тимер юл вокзалындағы янғында кеше һәләк булған

Утты таңға тиклем һүндергәндәр.

Өфө тимер юл вокзалындағы янғында кеше һәләк булғанӨфө тимер юл вокзалындағы янғында кеше һәләк булған
Өфө тимер юл вокзалындағы янғында кеше һәләк булған

25 октябрҙә 20.37 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Өфөнөң Вокзал урамында янғын тураһында хәбәр итәләр. Был турала кисә яҙғайныҡ.

Ваҡиға урынына шунда уҡ ведомствоның һәм башҡа ашығыс ярҙам хеҙмәттәренең көстәре йүнәлтелә. Мәғлүм булыуынса, янғын һүндереүселәр килгәндә ике ҡатлы кирбес бинаны ут ялмап алған була. Уны һүндереүгә 88 кеше һәм 26 техника йәлеп ителгән, шул иҫәптән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 47 кеше һәм 15 техника.

Ҡотҡарыусылар 22.24 сәғәткә 300 квадрат метр майҙанда ҡоторған утты ҡамауға өлгәшә, 26 октябрҙә таңғы 07:31 сәғәттә уны тулыһынса һүндереп бөтә.   

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында йәрәхәтләнгән ир төндә дауаханала һәләк булған.   

Фото: @mchsrb.

Өфө тимер юл вокзалындағы янғында кеше һәләк булған
Өфө тимер юл вокзалындағы янғында кеше һәләк булған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас