

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Террорсылыҡҡа ҡаршы төбәк комиссияһының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә йәштәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе деструктив эшмәкәрлеккә йәлеп итеүгә ҡаршы тороу мәсьәләһе ҡаралды.
Төбәк Башлығы профилле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға иҫкәртеү эшен көсәйтергә, уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға инструктажды дауам итергә, уҡыу йорттарын видеокүҙәтеү, контроль һәм идара итеү системалары менән йыһазландырырға ҡушты.
– Техник сараларҙың һәм һаҡлау системаларының төҙөклөгөн даими тикшерергә, биләмәләрҙе, биналарҙы, шул иҫәптән подвалдарҙы һәм сарлаҡтарҙы ҡарап сығырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Балаларҙың һәм йәштәрҙең психик һаулығына айырым иғтибар биреү шарт. Хәүеф һәр йәһәттән иҫәпкә алынырға тейеш.
Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин күрелгән саралар тураһында сығыш яһына.
– Балаларҙың именлеген тәьмин итеү буйынса эшкә әүҙем тотондоҡ, – тине ул. – Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһы буйынса уҡыу йорттарының эсендә һәм тышҡы периметр буйынса хәүефһеҙ контур булдырабыҙ. Хәүеф төймәләрен, видеокүҙәтеү, мәктәпкә инеүҙе контролдә тотоу системаларын урынлаштырабыҙ. Ошо маҡсатҡа республика бюджетынан йыл һайын 200 миллион һумға яҡын аҡса бүленә. Бынан тыш, үҫмерҙәр һәм йәштәр мөхитендә деструктив күренештәргә юл ҡуймау буйынса иҫкәртеү сараларын даими ойошторабыҙ.
Ултырышта шулай уҡ власть органдары һәм социаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең йәмғиәттәге экстремизм күренештәренә ҡаршы тороу йәһәтенән һөнәри әҙерлек кимәлен камиллаштырыу мәсьәләһе тикшерелде.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press