Хәүефһеҙлек
29 Октябрь 2022, 05:00

Мәләүездә бер кеше һәләк булды, ә Өфөлә...

Ял көндәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре рейдтар ойоштора.

Мәләүездә бер кеше һәләк булды, ә Өфөлә...Мәләүездә бер кеше һәләк булды, ә Өфөлә...
Мәләүездә бер кеше һәләк булды, ә Өфөлә...

28 октябрҙә Мәләүез ҡалаһының Салауат урамында 35 йәшлек ир “Лада Приора” автомобилендә “МАН” йөк машинаһына юл бирмәгән. Бәрелешеү һөҙөмтәһендә ике транспорт та юл ситенә ауған. Йөк машинаһы бағанаға бәрелгән, бағана иһә еңел автомобилгә ҡолаған. Авария эҙемтәһендә “Лада Приора” водителе һәләк булған.

Шулай уҡ Өфөнөң Ленин районында өс автомобиль бәрелешеү һөҙөмтәһендә биш кеше зыян күргән, шул иҫәптән ике бала. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Ленд Ровер Дискавери Спорт” автомобиле Затон юлы буйлап Михайловка ауылы яғына хәрәкәт иткән саҡта, аварияға осрап, туҡтап торған “Мазда 3” һәм “Лексус RX 350” автомобилдәренә барып төкөгән. “Мазда 3” автомобиленең водителе һәм уның ике балаһы, “Лексус RX 350” автомобиле водителе һәм пассажиры дауаханаға оҙатылған.

Күреүебеҙсә, авариялар көн дә булып тора һәм уларҙа кеше ғүмерҙәре лә ҡыйыла. Ошо фажиғәләргә юл ҡуймаҫ өсөн республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ял көндәрендә көсәйтелгән режимда эшләй, рейдтарға сыға.

– Аварияларҙы байҡау күрһәтеүенсә, ауыр эҙемтәләр менән тамамланған юл-транспорт ваҡиғаларының төп өлөшө ял һәм байрам ваҡыттарына тура килә. Ошоға бәйле иҫкәртеү саралары үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Дәүләт автоиспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған, шул иҫәптән балаларҙы йөрөтөүгә бәйле талаптарҙы үтәмәгән водителдәргә айырыуса иғтибар бүлә. Рейдтар барлыҡ ҡала һәм райондарҙа бара, – тип хәбәр итте социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.

Хоҙай, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән. Хөрмәтле водителдәр, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы уйлағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ! 

Фото: @bash_gibdd

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас