

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн 06.02 сәғәттә ведомствоға Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында шәхси йорт яныуы тураһында мәғлүмәт килә.
Янғын һүндереүселәр һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ваҡиға урынына килгән саҡта йорттоң төп өлөшөн – 80 квадрат метр майҙанды ут ялмап алған була. Уны һүндереүгә 32 кеше һәм 11 техника йәлеп ителә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндереү барышында 1977 йылғы ҡатындың һәм 1976 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Әле был ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, тәртип һаҡлау органдары эшләй.
Көндәр һыуытыу менән республикала янғын осраҡтары артта, шул иҫәптән утта һәләк булғандар ҙа. Мәҫәлән, 27 октябрҙә Игли районы үҙәгендә көндөҙ булған янғында 1983 йылғы ир һәләк булған. Йорттоң яныуын күреп, ярҙамға ташланған 1964 йылғы ир һөрөмдән ағыуланып, дауаханаға оҙатылған.
Кешеләрҙең янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүе, уяулыҡты юғалтыуы ошондай фажиғәләрҙең төп сәбәпсеһе булып тора.
"Хөрмәтле республика халҡы! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ, ут менән һаҡ эш итегеҙ, боҙоҡ электр ҡорамалдарын файҙаланмағыҙ, түшәктә ятып тәмәке тартмағыҙ. Ут сығыу осрағын күреү менән “101” һәм “112” телефондарына шылтыратығыҙ", – тип иҫкәртә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 29 октябргә ҡарата республикала 9204 янғын теркәлгән, уларҙа 170 кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән алты бала һәләк булған. 228 кеше йәрәхәттәр алған.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: @mchsrb