Хәүефһеҙлек
29 Октябрь 2022, 12:00

Шешәләшенең кәмһетеүҙәренә түҙмәйенсә...

Борай районында аяныслы хәл теркәлгән.

Шешәләшенең кәмһетеүҙәренә түҙмәйенсә...Шешәләшенең кәмһетеүҙәренә түҙмәйенсә...
Шешәләшенең кәмһетеүҙәренә түҙмәйенсә...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Борай районы буйынса бүлегенә бер ирҙе урындағы дауаханаға килтереүҙәре тураһында хәбәр килә. Зыян күреүсе үҙе лә нимә булғанын көс-хәл менән иҫенә төшөрә. Ә күпмелер ваҡыттан һуң ул алынған йәрәхәттәрҙән вафат була.

Полиция уның шәхесен асыҡлай: Яңы Йәлдәк ауылында йәшәгән 64 йәшлек ир булып сыға. Оператив-эҙләү саралары барышында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Борай районы буйынса бүлегендәге енәйәт тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре шикле кешене - хөкөм ителгән 47 йәшлек ирҙе таба һәм Тәфтиш комитетына килтерә.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике ир спиртлы эсемлек эскән, тиҙҙән улар араһында ыҙғыш сыҡҡан. Ғәйепләнеүсе шешәләшенең кәмһетеүҙәренә түҙмәгән һәм уны туҡмай башлаған. Тәүҙә ҡулдары, һуңынан ултырғыс менән һуҡҡан, унан типкесләгән. Аҙаҡ өйҙән сығып киткән.

Тәфтиш комитетының территориаль бүлексәһе аңлы рәүештә һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү һәм үлемгә дусар итеү осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған. Полиция енәйәт эшен яҡын арала прокуратураға тапшырырға йыйына.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас