

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 29 октябрҙә Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауылында янғын сыҡҡан. Бер ҡатлы ағас йорт, шулай уҡ гараж, мунса, һарай янған. Утты һүндергән ваҡытта 86 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылған.
Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты инструкторы эшләй.
Ведомство иҫкәртә: ут менән һаҡ булығыҙ, фатирҙа тәмәке тартмағыҙ, газ менән дөрөҫ эш итегеҙ! Бурҙан, һыуҙан ҡала, ә уттан ҡалмауын хәтерҙән сығармағыҙ. Көндәрҙең һыуытыуы сәбәпле, күптәр электр йылытҡыстарын ҡуллана башланы. Уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, үҙегеҙ өйҙә булмағанда тоҡандырмағыҙ.
Фото: "Башинформ".