

Бөгөн таң менән ауыр яңылыҡ билдәле булды. Иртәнге туғыҙынсы яртыла Күгәрсен районының Ибрай ауылы янында, Магнитогорск-Ира трассаһында авария теркәлә. Юлда “Фольксваген Поло” менән “Шкода Рапид” автомобилдәре бәрелә. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ҡотҡарыусылары, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, табиптар саҡырыла. Ҡотҡарыусылар емерек машиналарҙан кешеләрҙе сығара.
Аварияның һөҙөмтәһе бик аяныслы: өс кешенең ғүмере өҙөлә, бер кеше ауыр йәрәхәттәр ала. Зыян күреүселәр араһында балаларҙың булмауы билдәле.
Әлеге ваҡытта был аварияның сәбәптәре асыҡлана. Урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.