

Быйыл апрелдә Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында булған фажиғә бар республиканы тетрәндергәйне. Ямашлы һыуһаҡлағысына машина төшөп китә, уның эсендә дүрт ҡатын ултырған була, шул иҫәптән рулдә - 48 йәшлек ханым. Авария ваҡытында уның иҫереклеге асыҡлана. Һөҙөмтә бик аяныслы: өс пассажир ҡатын машинанан сыға алмай һыуҙа тонсоғоп үлә, тик водитель генә сығып өлгөрә.
Ул саҡта иң аяныслыһы - ун бала әсәйһеҙ ҡалды. 53 йәшлек ҡатындың – биш, 36 йәшлегенең – ике һәм 49 йәшлегенең өс балаһы етемлеккә дусар ителә. Рулдәге ханымдыҡы иһә - икәү. Уларҙың ауылдағы “Ямашлы” кафеһында бергәләп эшләгәне билдәле.
Тәртип һаҡсылары Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексындағы 264-се статьяның 6-сы өлөшө (иҫерек килеш, һаҡһыҙлыҡ сәбәпле ике йәки унан күберәк кешенең үлеменә килтергән транспорт сараларын файҙаланыу һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Ғәйепләнеүсегә 15 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай ине.
Һәм бына кисә был ҡатынға ҡарата хөкөм сығарылды. Күгәрсен район-ара суды уны алты йылға иркенән мәхрүм итә. Ул дөйөм тәртиптәге колонияға ебәрелә. Әйткәндәй, судҡа тиклем ҡатын өйөндә һаҡ аҫтында ултырған, уны суд залында ҡулға алдылар. Әлегә ҡарар законлы көсөнә инмәгән.
Фото: "Башинформ".