

Бар республиканы тетрәндергән был фажиғәгә яңыраҡ өс йыл тулды.
2019 йылдың 26 октябрендә Артем Мазов, ҡатыны менән талашҡандан һуң, ике бәләкәй малайын алып өйөнән сығып китә. Шул көндән алып ир һәм уның биш, һигеҙ йәшлек улдары эҙһеҙ юғала. Бер нисә көндән Ҡариҙел буйында уларҙың машинаһы, өрөп тултыра торған матрастары табыла. Йәнә ирҙең бау һатып алғаны асыҡлана. Ғаиләне эҙләү ете ай дауам итә. Ә йәй көнө йылға төбөндә ике малайҙың үле кәүҙәһе табыла... Фараздар буйынса, Мазов ике улын да үлтергән һәм үҙенә лә ҡул һалған.
Был хәлдән һуң Артемдың ата-әсәһе Өфөнән икенсе төбәккә күсеп китә. Ике балаһын юғалтҡан ҡатын үҙ-үҙенә бикләнә, журналистар менән аралашыуҙан баш тарта. Ә ир бөгөнгә тиклем табылмаған. Был хәл тураһында әлегә нимәләр билдәле? “КП-Өфө” баҫмаһы тәфтишселәрҙән һуңғы яңылыҡтарҙы белешкән.
Тикшереүселәр белдереүенсә, өс йыл ваҡыт үтһә лә, Слава менән Ильяны үлтереү буйынса енәйәт эше дауам итә. Ирҙе йәки уның кәүҙәһен тапмайынса ябылмаясаҡ та. Эйе, Артем Мазовтың тере булыуына бер кем дә ышанмай.
– Яҙ һәм йәй водолаздар бер нисә тапҡыр йылға акваторияһын тикшергән, ләкин һөҙөмтәһеҙ. Бының өсөн уңайлы шарттар булыу менән эҙләүҙе дауам итәсәкбеҙ, – тигән тәфтишселәр.
Фото: "Башинформ".