Хәүефһеҙлек
2 Ноябрь 2022, 13:30

Бер секундҡа ғына яйлаһа...

Тик яҙмыш икенсе төрлө ҡушҡан булғандыр. 

Бер секундҡа ғына яйлаһа...Бер секундҡа ғына яйлаһа...
Бер секундҡа ғына яйлаһа...

Бөгөн Мәскәү ҡалаһында булған был ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаһы күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы. Бер секунд ҡына ваҡыт кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала ине лә бит, тик яҙмыш икенсе төрлө ҡушҡан булғандыр инде.

Авария бөгөн баш ҡаланың 1905 йыл урамында була. Видеояҙманан күренеүенсә, метро станцияһы янында автобус тора, уның артына такси килеп туҡтай һәм эсенә пассажир ҡатын ултыра. Ишеге ябылып та өлгөрмәй, арттан ҙур тиҙлектә ауыр самосвал килеп бәрелә һәм машинаны автобусҡа ҡуша “йәбештерә”. Такси эсендәге водитель дә, пассажир ҙа урында йән бирә. Уларға был ҡурҡыныс аварияла иҫән ҡалыу өсөн бер генә лә мөмкинлек булмай.

Үҙенең нимә эшләгәнен күргән йөк машинаһы водителе урындан ҡаса. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс уның 27 йәшлек Беларусь Республикаһы кешеһе булыуы асыҡлана. Вячеслав Пиваварҙы әле һаман тапмағандар. Әйткәндәй, уның машинаһы өҫтөндә дөйөм суммаһы 106 500 һумлыҡ 104 штраф иҫәпләнә, уларҙың 14 мең һумлыҡ 100-ө түләнгән.

Һәләк булған пассажир иһә 35 йәшлек ҡатын кеше булып сыға. Уның табиб-нефролог булыуы билдәле. Автобус эсендә һигеҙ пассажир һәм водитель булған, улар зыян күрмәгән.

Их, яҙмыш, яҙмыш. Саҡ ҡына һуңлаһа ине лә бит...

 

Фото: smotrim.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас