

Кис менән бик насар хәбәр еткерергә мәжбүрбеҙ. 19.00 сәғәт тирәһендә Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылында юл-транспорт фажиғәһе теркәлә. Уның һөҙөмтәһендә ике баланың ғүмере өҙөлә. Был турала Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итә.
Авария Фрунзе урамында була. “Киа Рио” машинаһы рулендәге кеше ике баланы тапата. Улар велосипедта китеп барған. “Ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе йән биргәндәр. Балаларҙың береһенә - 16, икенсеһенә 14 йәш булған.
Әлеге ваҡытта урында ЮХХДИ белгестәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Хәлгә асыҡлыҡ индереү дауам итә.
Ҡайһы бер сығанаҡтар белдереүенсә, велосипедта өс бала йөрөгән. Береһенә зыян булмаған.
Фото: "Телеграм".