

Был бәхетһеҙ осраҡ бөгөн илебеҙҙең Ярословаль өлкәһендәге Рыбинск ҡалаһында булған. Урындағы мәктәптәрҙең береһенә ир кеше бысаҡ менән килеп ингән һәм бер ҡатынды үлтергән, икенсеһен яралаған.
Һуңғараҡ асыҡланыуынса, ул балаларҙы үлтерер өсөн килмәгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, мәктәптә был ирҙең элекке 40 йәшлек һөйгәне эшләгән. Улар бер осор бергә йәшәгән булған. Уҡыу йортоноң канцелярияһында эшләгән ҡатын уны үҙе индергән. Тәүҙә улар тыныс ҡына бергә сәй эскәндәр. Тик аҙаҡ, ниндәйҙер сәбәп буйынса һүҙгә килешкәндәр һәм ир ҡатынға бысаҡ менән сәнскән. Янында булған уҡытыусы ҡатын әхирәтен яҡлашырға тырышҡан, ир уға ла бысаҡ сәнскән.
Һөҙөмтә аяныслы, беренсе ҡатын урында һәләк булған, икенсеһе - дауаханала. Нимә эшләгәнен аңлаған ир үҙенә ҡул һалырға ла тырышҡан, үҙен бысағы менән яралаған, әммә үлмәгән.
– Хәбәр буйынса шунда уҡ полицияның патруль-пост хеҙмәте наряды килеп етә, ул ғәйепләнеүсене ҡулға ала. Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, – тигәндәр Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ярославль өлкәһе буйынса идаралығында.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙ буйынса мәктәптәрҙә ошондай үлтереш осраҡтары дауам итә. Ярар әле был хәлдә балалар көҙгө каникулда булып ҡалған. Ә улар ҙа уҡыу йортонда булһа? Хәлдең күпкә ҡурҡынысыраҡ тамамланыуы ихтимал ине. Шуға күрә Башҡортостан мәктәптәрендә сит кешеләрҙе һәм ата-әсәләрҙе мәктәпкә индерергә ярамай тигән талап, ысынлап та үҙен аҡлай кеүек.
Фото: Телеграм.