Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, төндә Ҡыйғы районында фажиғәле хәл булған.
Ҡыйғы районының Ҡолмәт ауылы эргәһендә Әй йылғаһында 1987 йылғы ир балыҡ тотҡан саҡта һыуға батҡан. Малаяҙ ауылының эҙләү-ҡотҡарыу отряды уның кәүҙәһен табып, полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.
Көҙ булһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләрҙең һыуға батыу осраҡтары дауам итә. Мәҫәлән, уҙған ял көндәрендә Краснокама районының Яңы Ҡайынлыҡ ауылы эргәһендә Танып йылғаһында батып барған ирҙе һыуҙан сығарып өлгөрәләр. Ауыр хәлдә булғас, дауаханаға алып китәләр. Тик ҡотҡарып ҡала алмайҙар – 1978 йылғы ир Краснокама үҙәк район дауаханаһының реанимация бүлексәһендә йән биргән.
Шулай уҡ уҙған ял көндәрендә Туймазы районының Ҡандракүл ауылы эргәһендә үтеп барыусы Ҡандракүл күленән 1993 йылғы ирҙең кәүҙәһен сығарған.
– Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Яңғыҙ йөрөмәгеҙ. Бәхетһеҙлеккә тарымаҫ өсөн ярҙан алыҫ китмәгеҙ. Балыҡҡа сығыр алдынан яҡындарығыҙҙы был хаҡта иҫкәртегеҙ, ҡайтыр ваҡытығыҙҙы әйтегеҙ. Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡан осраҡта “112” телефонына шылтыратып, ярҙам һорағыҙ, – тип кәңәш итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: tuvest.ru.