

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә дәүләт власы һәм менән эске эштәр органдарының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелеге, шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғалары эҙемтәһендә граждандарҙың һәләк булыуына юл ҡуймау мәсьәләләрен хәл итеү буйынса кәңәшмә үтте. Ултырышҡа вице-премьер Ирек Сәғитов рәйеслек итте.
Юлдарҙа хәлде тотороҡландырыу буйынса саралар "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла, тип билдәләне вице-премьер.
— Башҡортостанда был йүнәлештә ҙур эш алып барыла һәм һөҙөмтәләр бар ҙа инде. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса иҫкәртеү саралар комплексын ҡабул итеү һөҙөмтәһендә быйыл республика биләмәһендә аварияларҙың һаны кәмей.
Шулай уҡ республика Башлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы исеменән аҙна һайын мобиль операторҙар, радио һәм телевидение, матбуғат баҫмалары, шулай уҡ төбәктең Үҙәк автоматлаштырылған иҫкәртеү системаһы аша халыҡҡа көн һайын һауа шарттарының насарайыуы, юлдарҙағы хәлдәр тураһында хәбәр ителә. Шул уҡ ваҡытта Ирек Сәғитов халыҡты иҫкәртеү ысулдарын киңәйтеү кәрәклеген билдәләне. Бынан тыш, ул автоматлаштырылған идара итеү системаларын һөҙөмтәле ҡулланыу мөһимлеген әйтте һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы теркәү, яза биргәндә видеояҙманы дәлил итеп ҡулланыу мөмкинлеген баһаланы.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ начальнигы урынбаҫары Олег Дмитриев юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн дәүләт власы органдарының республиканың эске эштәр органдары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләне.
— Республикала балаларҙың йәрәхәтләнеүенә юл ҡуймау буйынса ведомство-ара эш булдырылған. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы менән йыл һайын уҡыу йылына комплекслы саралар планы раҫлана. Ағымдағы йылдың ун айы йомғаҡтары буйынса, алып барылған эштәр һөҙөмтәһендә республикала балалар ҡатнашлығындағы авариялар күрһәткестәренең түбәнәйеүе күҙәтелә. Шулай уҡ ЮХХДИ республиканың күпселек ведомстволары менән берлектә пассажирҙар ташыу өлкәһендә контролде тормошҡа ашыра. Ҡаралған осорҙа автобустар ҡатнашлығындағы авариялар һаны 11,0 процентҡа кәмегән. Бынан тыш, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Транспорт һәм юл хәрәкәте министрлығы менән юл хәрәкәтенә идара итеү йәһәтенән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Берлектә күрелгән саралар юл-транспорт ваҡиғалары һанын 3,8 процентҡа кәметеүгә килтерҙе, — тине Олег Дмитриев.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хәрәкәте министрының беренсе урынбаҫары Владимир Жулков билдәләүенсә, республика юлдарында юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү маҡсатында быйыл Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров 2022 йылға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар планын әҙерләне һәм раҫланы.
Ултырыш аҙағында Ирек Сәғитов такси водителдәре араһында лицензияһы булыу һәм пассажирҙарҙы ташыу ҡағиҙәләрен үтәү өсөн ҡала-ара автобус ташыу менән шөғөлләнгән такси водителдәре араһында профилактик рейдтарҙы әүҙемләштереү, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре саҡырыуы буйынса студенттар менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү буйынса аңлатма эшен көсәйтеү буйынса күрһәтмәләр бирҙе. Алдағы байрамдарға бәйле вице-премьер хоҡуҡ боҙоуҙарҙың айырым төрҙәрен, шул иҫәптән транспорт саралары водителдәрендә иҫерек булыу билдәләрен асыҡлау буйынса рейд сараларын көсәйтеү кәрәклеген билдәләне.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.