Хәүефһеҙлек
3 Ноябрь 2022, 05:20

Машинала йоҡлап киткәс...

Балыҡ тотоу фажиғәгә әйләнгән. 

Машинала йоҡлап киткәс...Машинала йоҡлап киткәс...
Машинала йоҡлап киткәс...

Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районында фажиғәле хәл теркәлде. Түбәнге Төкөн ауылында, фермер хужалығынан йыраҡ булмаған урында 35 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлдө.

Асыҡланыуынса, ир үҙенең “ВАЗ-2112” машинаһында күлгә балыҡ тоторға килгән. Ул төнгөлөккә ҡала һәм машинаһында ҡунырға була.

“Фараз буйынса, ул машинаһының артҡы ултырғыстарында йоҡларға ятҡан. Тик иртән бәхетһеҙлек була: әллә ул онотоп машинаһын ҡул тормозына ҡуймаған, әллә уны яңылыш ҡуҙғытҡан, һөҙөмтәлә машина ярҙан күлгә шыуып төшкән”, – тигән “Башинформ” агентлығына сығанаҡ.

Күл янынан үтеп барған кешеләр һыуҙағы машинаны күреп ҡала һәм ашығыс хеҙмәттәргә шылтырата. Автомобилде һыуҙан сығаралар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның эсендә водитель кәүҙәһе лә килеп сыға.

Әлеге ваҡытта был ваҡиғаны тикшереү бара. Ошоноң ише ҡурҡыныс хәлдәр килеп сыҡмаһын өсөн ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Һыу ятҡылығы янында машина ҡалдырыу, айырыуса төнгө ваҡытта бик хәүефле. Тәбиғәттә ҡунаһығыҙ икән, һыу буйынан алыҫыраҡ, ышыҡ урында туҡтау яҡшыраҡ. Машинаның техник хәлен дә даими рәүештә тикшереп тороу артыҡ булмаҫ.

Фото: yarnovosti.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас