Хәүефһеҙлек
3 Ноябрь 2022, 06:00

Опера йырсыһы мутлашыусыларҙы тоторға ярҙам иткән

Ул үҙен 80 йәшлек әбей тип танытып, тегеләрҙе төп башына ултыртҡан. 

Опера йырсыһы мутлашыусыларҙы тоторға ярҙам иткәнОпера йырсыһы мутлашыусыларҙы тоторға ярҙам иткән
Опера йырсыһы мутлашыусыларҙы тоторға ярҙам иткән

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы Олеся Хөснөтдиноваға телефон аша мутлыҡ ҡылыусылар шылтыратып, яйға һалынған схема буйынса “Һеҙҙең балағыҙ юл-транспорт аварияһына эләкте”, тип һүҙ башлай.

Йырсы юғалып ҡалмай, актер оҫталығын эшкә егеп, мутлашыусыларҙы фашларға ҡарар итә һәм үҙен 80 йәшлек әбей тип таныта. Тегеләр менән һөйләшкән арала полицияға хәбәр итеп өлгөрә. Артабан килешле итеп гримм һалып, курьер менән осрашыуға бара. Тап шул ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре аҡса артынан килгән аралашсыны ҡулға ала.

Опера йырсыһының ҡыйыулығы Рәхмәт хаты менән билдәләнгән. “Ошо аҙымы менән ул әллә күпме кешене мутлашыусылар тоҙағынан ҡотҡарғандыр әле, рәхмәт йырсыға!” – тип яҙҙы күптәр социаль селтәрҙә.

Сығанаҡ һәм фото: “Республика Башкортостан” гәзите (vk.com/clubrbgaz)

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас