Хәүефһеҙлек
5 Ноябрь 2022, 09:00

Мунсала – 21 йәшлек ҡыҙ кәүҙәһе

Төнгө янғындарҙа 13 кеше ҡотҡарылған. 

Мунсала – 21 йәшлек ҡыҙ кәүҙәһеМунсала – 21 йәшлек ҡыҙ кәүҙәһе
Мунсала – 21 йәшлек ҡыҙ кәүҙәһе

Кисәге төндә республиканың төрлө төбәктәрендә бер нисә янғын сыҡты. Уларҙа 13 кешенең ғүмере ҡотҡарылды. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

Тәүге янғын Туймазы районының Серафимовка ауылында була. Бында күп фатирлы йорттоң ике бүлмәле фатирында янғын сыҡҡаны асыҡлана. Ҡотҡарыусылар хәүефле урындан биш кешене, шул иҫәптән өс баланы сығара. Бер кешене янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе өлкән участковый ҡотҡарған.

Ошо уҡ төндө Өфө ҡалаһында Баязит Бикбай урамындағы йорттарҙың береһендә янғын сыға. Күп фатирлы йорттоң коридорында башлана ул. Беренсе ҡатта тамбур-ара ишек һәм йорт мөлкәте яна. Бында янғын һүндереүселәр һигеҙ кешене, шул иҫәптән бер баланы ҡотҡара, һигеҙ кешене хәүефле урындан сығара.

Янғындарҙың сәбәптәре асыҡлана, урында тәүтикшереүселәр эшләй.

Ә бына Миәкә районында булған янғын фажиғәле тамамлана. Янғын сығыуы тураһындағы хәбәр ҡотҡарыусыларға төнгө дүрттәр тирәһендә килә. Сытырбаш ауылында мунса яна булып сыға. Янғында 2003 һәм 2004 йылғы ике егеттең йәрәхәтләнгәне асыҡлана. Утты һүндергәс, 21 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһе табыла. Янғынды тиҙ арала һүндереүгә өлгәшәләр, егеттәргә ярҙам күрһәтелгән.

Янғындың һәм ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсе эшләй.

Хөрмәтле республика халҡы. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү янғындарға килтерә. Мейесте ныҡ ҡыҙҙырмағыҙ, эшләгән электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларҙы төнгә ҡалдырмағыҙ, түшәктә тәмәке тартмағыҙ. Янғын сыҡһа, 101 һәм 112 номерҙары буйынса шылтыратығыҙ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас