

Кискә ҡарай тағы бер ауыр яңылыҡ еткерергә мәжбүрбеҙ. Федоровка районында бала батып үлгән.
Был туралағы хәбәр кис менән 112-Системаһына килә. Федоровка районының Ключевка ауылындағы быуала боҙ аҫтына һигеҙ йәшлек малай төшөп китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡотҡара алмайҙар. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хәҙмәтенән хәбәр итәләр.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ағалы-һеңлеле ярҙан 15 метр алыҫлыҡта уйнаған. Бер мәлдә малай нескә боҙ аҫтына төшөп китә. Апаһы уны ҡотҡарырға тырышып ҡарай, әммә ҡулынан килмәй һәм йүгереп ҡайтып фажиғә тураһында ата-әсәһенә әйтә. Дәүләт комитетының водолаздары малайҙы ике метр тәрәнлектән табып ала.
“Хөрмәтле ата-әсәләр! Бәләкәй балаларҙы яңғыҙ, ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Балаларҙы һыу ятҡылыҡтарында уйнау ғүмер өсөн хәүефле булыуы тураһында иҫкәртегеҙ!” – тип иҫкәрттеләр ведомствола.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хәҙмәте.