Хәүефһеҙлек
6 Ноябрь 2022, 06:35

Башҡортостанда ҡот осҡос авария

Дүрт кеше урында һәләк булды, дүртәү дауаханала. Бала ғүмере өсөн һаман көрәшәләр...

Башҡортостанда ҡот осҡос аварияБашҡортостанда ҡот осҡос авария
Башҡортостанда ҡот осҡос авария

Кисә төн менән республиканың Саҡмағош районында ҡурҡыныс авария булды. ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, киске 11-ҙә Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө юлының 64-се километрында Volkswagen Caravelle минивэны менән “МАЗ” йөк машиналары бәрелешкән. Авария Аблай ауылы тирәһендә булған.

Уның һөҙөмтәһе бик насар: дүрт кеше урында һәләк булған, дүрт кеше дауаханала. Улар араһында алты йәшлек бала ла бар. Әле уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә.

Урынға саҡырылған ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре авария сәбәптәрен асыҡлай, шулай уҡ унда Башҡортостандың баш автоинспекторы Владимир Севастьяновтың да сыҡҡаны билдәле. Ә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ҡотҡарыусылары кешеләрҙе емерек машинанан сығарыу менән шөғөлләнгән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында билдәләүҙәренсә, бәрелешкән автомобилдәрҙән яғыулыҡ ҡойолмаған. Трасса ла ябылмаған, хәрәкәт штат режимында башҡарылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында ашығыс ярҙам ведомствоһының биш хеҙмәткәре эшләгән, ике берәмек техника файҙаланылған.

Фото: ЮХХДИ.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас