Хәүефһеҙлек
6 Ноябрь 2022, 10:15

Малайҙар табылған

Өс бер туған малай... багажникта ятҡан... 

Малайҙар табылғанМалайҙар табылған
Малайҙар табылған

Иртә менән бик хәүефле хәбәр таралғайны: Иглин районында өс бала юғалды. 5, 10 һәм 12 йәшлек : Арсений, Әмир һәм Артем Йосоповтар кисә төнгө 12-се яртыла өйөнән сығып киткән ине. Малайҙарҙы полиция, ирекмәндәр һәм битараф булмаған кешеләр эҙләй ҙә башланы. Бөгөн төшкә ҡарай: яҡшы яңылыҡ билдәле булды, малайҙар иҫән-һау килеш табылған.

Тик шуныһы: улар бөтөнләй көтөлмәгән урындн... автомашина багажнигында табылған. Былш хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте социаль селтәрҙә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров яҙҙы.

Эҙләүҙә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең үҙәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары, полиция, кинолог һәм ирекмәндәр ҡатнашты.

“Төрлө версиялар ҡаралды – балаларҙы ауылдың үҙендә лә эҙләнеләр, эргә-тирәләге һыу ятҡылыҡтарының яр буйҙары ҡаралды, – тип яҙҙы Фәрит Ғүмәров. – 12.30 сәғәттә балалар ата-әсәһенең йорто янында ҡалдырылған ВАЗ-2112 автомобиленең багажнигында табылды”.

“Малайҙарҙы тапҡан саҡта, улар тыныс йоҡлай ине. Бәхеткә күрә улар иҫән, медицина ярҙамына мохтаж түгел”, – тигән ҡотҡарыусыларҙың береһе.

Ваҡиға сәбәптәрен тейешле органдар асыҡлай.

Фото: "Башинформ". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас