Хәүефһеҙлек
6 Ноябрь 2022, 05:00

Ниндәй ватсаптан һаҡ булырға?

Хәҙер төрлө мессенджерҙар, шулар араһынан ватсапты ла ҡулланмаған кеше һирәк. Әммә уның ҡурҡыныс яғын да белергә кәрәк.

Ниндәй ватсаптан һаҡ булырға?Ниндәй ватсаптан һаҡ булырға?
Ниндәй ватсаптан һаҡ булырға?

Йыш ҡына ватсаптың яҡшыртылған вариантын ҡулланырға тигән тәҡдим килә. Йәнәһе, телефоныңа яңыһын, шәберәген ҡуйып ал.

Белеп ҡуйығыҙ, YoWhatsApp һәм WhatsApp Plus — иң хәүефле ҡушымталар. Улар нимәһе менән ҡурҡынысмы?

Һеҙҙең хәбәр-хаттарҙы уҡып, башҡа кешеләргә ебәрә алалар;

Һеҙҙең телефон номерҙарығыҙҙы һәм таныш-дуҫ-туғандарығыҙҙың һеҙҙә һаҡланған номерҙарын урлай алалар;

Фотоларығыҙҙы һәм файлдарығыҙҙы урлай алалар;

Һеҙҙең геопозицияғыҙҙы - ҡайҙалығығыҙҙы белә алырға мөмкиндәр.

Һаҡ булығыҙ һәм үрҙәге ҡушымталарҙы телефонығыҙға ҡуймағыҙ, ҡулланмағыҙ.

Фото: www.nextpit.com

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас