Хәүефһеҙлек
7 Ноябрь 2022, 10:26

Әсәһе эшләгән фермаға тип киткәндәр...

Боҙ аҫтына балаларҙың икеһе лә төшөп китә. Апаһын бер ир ҡотҡарып өлгөрә. 

Әсәһе эшләгән фермаға тип киткәндәр...Әсәһе эшләгән фермаға тип киткәндәр...
Әсәһе эшләгән фермаға тип киткәндәр...

Кисә кис менән Федоровка районында булған фажиғәле хәл тураһында хәбәр иткәйнек. Райондың Ключевка ауылы янындағы быуала һигеҙ йәшлек малай батып үлде. Әле был хәлде тәфтишселәр тикшерә башланы.

Асыҡланыуынса, 8 йәшлек малай менән уның 12 йәшлек апаһы әсәләре эшләгән фермаға барырға булған. Юлды ҡыҫҡартыу өсөн улар быуа аша үтергә була. Был саҡта уның һыуы туңған булған. Әммә тәүге көҙгө боҙ уларҙың ауырлығына сыҙамай ватыла. Апалы-ҡустылы икеһе лә һыуға төшөп китә һәм ҡыҙыҡай ярҙам һорап ҡысҡыра башлай. Уны ишетеп ҡалған кеше йүгереп килә һәм һыуҙан тартып сығара. Ә ҡустыһын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр. Һуңғараҡ уның кәүҙәһен водолаздар таба.

Киң матбуғат сараларында хәбәр итеүҙәренсә, ғаилә тулы булған: аталары эшһеҙ тип иҫәпләнгән, әсәһе фермала һауынсы. Ҡатындың социаль селтәрҙәге таҫмаһы буйынса фекер йөрөтһәң, ул балаларын яратҡан, бик күп иғтибар бүлгән, төрлө сараларға йөрөткән.

Әле был хәл буйынса тикшереү эше дауам итә. Фажиғә урыны ҡаралған, суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән, шаһиттарҙан һорау алына.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас