Хәүефһеҙлек
8 Ноябрь 2022, 07:30

44 йыл водитель стажы булһа ла...

Шишмә районында үлемесле юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән.

44 йыл водитель стажы булһа ла...44 йыл водитель стажы булһа ла...
44 йыл водитель стажы булһа ла...

Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Шишмә районында үлемесле авария булған. Юл-транспорт фажиғәһе кисә кискеһен Шишмә - Аксенов – Ҡырғыҙ -Миәкә юлының 28 саҡрымында теркәлгән. Урында йәшәгән 63 йәшлек ир идара итеү һәләтен юғалтҡан, юл ситенә сығып осҡан, автомобиль әйләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыян күреүсе алынған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында уҡ  йән биргән. Республика ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, мәрхүмдең дөйөм водитель стажы 44 йыл булған.

Ваҡиға урынында тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана.

Һауа торошоноң һәр саҡ үҙгәреп тороуы, ҡар йә ямғыр яуып, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы республика юлдарында хәүефһеҙлекте бермә-бер арттыра. Шуға күрә водителдәргә юлдарҙа тиҙлек режимын арттырмаҫҡа, дистанцияны тоторға кәңәш ителә. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас