

Иглин районының Охлебинин ауылында 7 ноябрҙә кис менән өс үҫмер юғалған. “Балаларҙы эҙләү – Иглин” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, 15 йәшлек Ангелина Горшкованы, 14 йәшлек Диана Заһиҙуллинаны һәм 13 йәшлек Артем Фазлыевты эҙләйҙәр.
Ангелинаның билдәләре: буйы 165-168 сантиметр, ҡара оҙон сәсле, күҙҙәре бәләкәй һоро, ҡаҡса кәүҙәле. Әле ҡыҫҡа, ҡара төҫтәге куртка, салбар кейгән.
Диананың билдәләре: буйы 159-163 сантиметр, ҡыҫҡа ҡара сәсле, күҙҙәре асыҡ төҫтә, уртаса буй-һынлы. Ул һары яҙыулы аҡһыл худи, аҡһыл кроссовки, ҡыҙыл салбар кейгән.
Артемдың билдәләре: буйы 155-160 сантиметр, ҡара сәсле, һоро күҙле, мыҡты кәүҙәле. Капюшолы хаки төҫөндәге куртка кейгән, ҡара трико, аҡ һыҙатлы ҡара кроссовки кейгән.
“Уларҙың ҡайҙалығын белгәндәрҙән 112 йәки 8-927-969-89-19, 8-917-383-56-87 (“Балаларҙы эҙләү – Башҡортостан” ойошмаһының дежур номеры) телефондары буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайбыҙ”, – ти ирекмәндәр.
Фото: "Башинформ".