Хәүефһеҙлек
9 Ноябрь 2022, 04:30

Зыян күреүселәр араһында балалар ҙа бар

Кисә кис көнө Баймаҡ районы Темәс ауылын янында авария булған.

Зыян күреүселәр араһында балалар ҙа барЗыян күреүселәр араһында балалар ҙа бар
Зыян күреүселәр араһында балалар ҙа бар

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика юлдарында авариялар һаны кәмемәй. Башҡортостан ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, кисә, кисен Баймаҡ районының Темәс ауылынан бер саҡрым алыҫлыҡта авария була. «Лада Ларгус» менән ВАЗ-2110 автомобилдәре бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә «Ларгус» водителе һәм уның ете йәшлек ике балаһы дауаханаға оҙатылған. Икенсе машина водителе һәм уның пассажиры йәрәхәтләнгән.

Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана. Урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләүен дауам итә.

Водителдәргә юлдарҙа уяуыраҡ булырға саҡырабыҙ: көндәрҙең иретеп йәиһә туңдырып тороуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы күп осраҡта күңелһеҙ ваҡиғаларға сәбәп була. Тиҙлек режимын арттырмағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ!

Әйткәндәй, Башҡортостанда уҙған тәүлектә дәүләт автоинспекторҙары эскән килеш рулгә ултырған 24 водителде ҡулға алған, уларҙың икәүһе икенсегә тотолған. Йәмғеһе 1300 хоҡуҡ боҙоу асыҡланған. 13 юл фажиғәһендә 20 кеше йәрәхәтләнгән.

Фото: ЮХХДИ

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас