

Электр приборҙары - ҙур хәүеф сығанағы. Төрлө бәлә-ҡазаға юл ҡуймау өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ.
* Электр сымы төҙөк хәлдә булһын.
* Боҙолған электр ҡорамалдарын ҡулланмағыҙ.
* Электр йылытҡыстарын төнгөлөккә йә өйҙән сыҡҡанда эшләтеп ҡалдырмағыҙ. Шулай уҡ электр йылытыу приборҙары өҫтөндә кейемдәрҙе киптермәгеҙ, ҡорған, йомшаҡ мебелдән алыҫта тотоғоҙ.
* Электр селтәренә тоташтырылған электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Хатта “һүнгән” режимында булһа ла.
Һәр осраҡта ла, айырыуса әлеге мәлдә - һыуыҡтар башланғанда иғтибарлы, һаҡ булайыҡ!
Фото: hi-tech.mail.ru