

Кискә ҡарай йәнә хәүефле хәбәр таралды: Төркиәнең баш ҡалаһы Истамбулда бөгөн шартлау булған. Мәғлүмәттәр буйынса, теракт. Был турала Төркиәнең һәм Рәсәйҙең матбуғат баҫмалары хәбәр итә.
Хәл Истамбулдың төп туристик урамы Истиклялда булған. Төрлө сығанаҡтар баҫҡан видеояҙмаларҙа күренеүенсә, шартлау ваҡытында урам буйында кеше күп йөрөгән. Шунда уҡ урынға “Ашығыс ярҙам” машиналары йүнәлтелгән. Урамды кешеләр өсөн тулыһынса япҡандар һәм хәүефһеҙлек өсөн эргә-тирәлә йәшәгән барлыҡ кешеләрҙе эвакуациялайҙар.
Әйткәндәй, тап ошо урамда Рәсәйҙең генераль консуллығы урынлашҡан. Шаһиттар белдереүенсә, шартлау урыны консуллыҡтан алыҫ булған.
Әлегә билдәле мәғлүмәттәр буйынса, алты кешенең ғүмере өҙөлгән, кәмендә 53-ө яраланған. Төркиә властары хәбәр итеүенсә, улар үлгән кешеләрҙең милләтен белмәй. Һәләк булғандар араһында Рәсәй граждандарының булыу-булмауы билдәле түгел.
Фото: maps.southfront.org