Хәүефһеҙлек
14 Ноябрь 2022, 16:00

Бер ғәйепһеҙ кеше һәләк булды...

Йәш вахтасы шул урында йән биргән, ҡатыны ауыр хәлдә. 

Бер ғәйепһеҙ кеше һәләк булды...Бер ғәйепһеҙ кеше һәләк булды...
Бер ғәйепһеҙ кеше һәләк булды...

Кисә Өфө – Бөрө – Яңауыл трассаһында ҡурҡыныс авария теркәлде - бер юлы өс машина бәрелеште. Шаһиттар әйтеүенсә, "Hyundai Accent"тағы 24 йәшлек Мишкә районы кешеһе ҡаршы һыҙатҡа сығып, алдағыларҙы уҙырға була, әммә шул саҡта "Hyundai Elantra" автомобиленә барып бәрелә. Был машинала 30 йәшлек Айҙар менән уның 24 йәшлек ҡатыны Нина була. Ныҡ көслө бәрелештән улар әйләнеп китә һәм ҡаршыһына килгән "Kiа Rio"ға төкөй. Был машинала иһә Өфөнән 31 йәшлек ҡатын һәм уның өс йәшлек малайы була.

Һөҙөмтәлә Айҙар шул урында йән бирә. Уның ҡатыны, “Accent”тың 21 һәм 22 йәшлек пассажирҙары, “Киа”нан кешеләр дауаханаға эләгә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ике пациенттың хәле бик ауыр, уларҙың ғүмере өсөн табиптар көрәшә. Икәүҙең хәле уртаса ауырлыҡта, ә береһе еңелсә яраланған.

Әле “КП-Өфө” баҫмаһы һәләк булған ирҙең кемлеген асыҡлаған. Айҙарҙың туғандары фажиғәгә һаман да ышана алмай. Ир бик яҡшы ғаилә башлығы булған, уның ҡатыны һәм ике йәшлек ҡыҙы ҡалған. Айҙар вахта ысулы менән илдең ҙур нефть табыу компанияһында эшләп йөрөгән, ә буш ваҡытын ғаиләһенә арнаған.

– Бер ғәйепһеҙ кеше һәләк булды, кемдеңдер яратҡан улы, ире һәм атаһы. Ҡыҙына сентябрҙә саҡ ике йәш тулғайны. Мәрхүмдең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам, – тип яҙған Айҙарҙы белгәндәр социаль селтәрҙә.

Әле авария сәбәптәрен хоҡуҡ һаҡсылары асыҡлай. Был көндә, ҡар ҡатыш ямғыр яуыу сәбәпле, юл ныҡ тайғаҡ булған. Шулай уҡ уҙып китеүгә сыҡҡан водителде ғәйепле тиҙәр. Ул тиҙлекте арттырған һәм хәүефле маневр яһаған.

Көҙ менән ҡыш алышынған мәл автоһәүәҫкәрҙәр өсөн айырыуса хәүефле. Водителдәр боҙлауыҡ булыуға, иртә ҡараңғы төшөүгә ҡарамаҫтан, һаман ҡыуа, хәүефле аҙымдарға бара. Кемдер ваҡытында тәгәрмәсен алмаштырып өлгөрмәй. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре һәр кем өсөн бер, уларҙы инҡар итмәйек.

Фото: "КП-Өфө".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас