+20 °С
Болотло


Бөгөн, 14 ноябрҙә, Магнитогорск – Ира автомобиль юлында бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәт сикләнә. Был Баймаҡ районындағы 87 – 89 саҡрымға ҡағыла. Унда юл 14.00 – 17.00 сәғәттәрҙә ябыҡ буласаҡ. Был сикләү Худолаз эзбизташ ятҡылығы карьерында уҙасаҡ шартлатыу эштәренә бәйле.
Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға алдан хәрәкәт итеү ваҡытын һәм маршрутын һайларға кәңәш ителә, тип белдерҙе республиканың ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: @bash_gibdd.