

Өфөлә һуңғы тәүлектә генә икешәр йәшлек сабыйҙар бәхетһеҙлеккә тарыған. Бындай хәлдең күберәк ҡарауһыҙ, үҙ алдарына уйнаған балалар менән булыуы күҙәтелә.
Беренсе ғәҙәттән тыш хәл Азатлыҡ урамындағы йорттарҙың береһендә теркәлгән. Бәләкәс өсөнсө ҡаттағы фатирҙа асыҡ тәҙрә төбөндә уйнаған саҡта, яңылыштан москит селтәренә таянып, ергә ҡолап төшкән. Был мәлдә ата-әсә өйҙә булған. Ғаилә имен булмағандарҙан. Бәхеткә күрә, бала иҫән ҡалған, "Ашығыс ярҙам" уны тикшерер өсөн дауаханаға илткән. Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
Икенсе бәхетһеҙлек Инженер урамында булған. Беренсе ҡатта йәшәгән тулы ғаиләлә тәрбиәләнгән бала ҡарауһыҙ ҡалған саҡта, тәҙрәгә менеп осоп төшкән. Баланың башы йәрәхәтләнгән, мейеһе һелкенгән, уң яурын башы һынған, тип диагноз ҡуйған табиптар. Ул да әлеге мәлдә дауаханала.
Ата-әсәләр! Ғәзиздәрегеҙҙе бер мәлгә лә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, иғтибарлы булығыҙ, бәлә аяҡ аҫтында икәнлеген онотмағыҙ.
Фото:elements.envato.com