Хәүефһеҙлек
14 Ноябрь 2022, 04:00

Ләлә Моратова өс аҙна юҡ

Ул 22 октябрҙә Белорет районында ғәйеп булған. 

Ләлә Моратова өс аҙна юҡЛәлә Моратова өс аҙна юҡ
Ләлә Моратова өс аҙна юҡ

Башҡортостанда 22 октябрҙән Белорет районының Олойылға ауылында хәбәрһеҙ юғалған Ләлә Моратованы эҙләү эштәре бара.

Республика Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, юғалған мәлдә 42 йәшлек ҡатын помпонлы аҡ шапка, күк куртка һәм джинсы кейгән булған.

“Уның ҡайҙалығы хаҡында мәғлүмәттәре булған граждандарҙы 02, 7 (347-92) 3-33-02, 4-01-86 телефондары буйынса Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенә хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ”, – тип билдәләнеләр ведомствола.

Фото: "Башинформ". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас