Хәүефһеҙлек
14 Ноябрь 2022, 07:10

Ҡыш килә, санағыҙ әҙерме?

Уралда ла ҡатмарлы һауа торошо буласаҡ.

Ҡыш килә, санағыҙ әҙерме?Ҡыш килә, санағыҙ әҙерме?
Ҡыш килә, санағыҙ әҙерме?

Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфан хәбәр итеүенсә, илдең ҡайһы бер төбәктәрендә көслө ямғыр, ел көтөлә. Ә Һамар, Түбәнге Новгород, Силәбе, Кемерово, Новосибирск өлкәләрендә, Татарстан, Башҡортостан республикаларында һәм Алтай крайында 14 ноябрҙән ҡар, епшек ҡар, боҙлауыҡ, ел секундына 21 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә. Уралда ла ҡатмарлы һауа торошо буласаҡ, ти ул.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала көн болотло булыуы көтөлә. Төндә ямғыр, епшек ҡар, ә көндөҙ иһә ҡар, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға ҡар һырыуы, юлдарҙың тайғаҡланыуы, һырынты көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 8–13 метр тиҙлектә иҫәсәк, урыны менән секундына 15–20 метр тиҙлеккә етеүе ихтимал. Көндөҙ һауа температураһы -3, +2 градус буласаҡ. Юлда күреүсәнлек һәләте лә насарая – томанда 500 метр һәм унан да кәм ара.   

Тимәк, ҡыш беҙгә яҡынлаша. Ял көндәрендә лә республиканың ҡайһы бер райондарында ямғыр ҡойһа, таулы райондарҙа ҡар яуҙы. Әле тәбиғәттең көҙҙән ҡышҡа күскән мәле. Ошондай осорҙо балалар ҙа ярата, яңы ҡар менән уйнап кинәнә. Ниндәй генә миҙгел булмаһын, һәр береһе үҙенсә матур, ә беҙгә уларға яраҡлашырға ғына ҡала. 

Автор фотоһы.     

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас