

Гаджет ҡулланғандарҙың күбеһе ҡулайламаның һанлы гигиенаһына тейешле иғтибар бирмәй, тип белдерә “Прайм” агентлығы, Angara Security компаниялар төркөмөнөң махсус проекттар буйынса директоры Александр Дворянскийға һылтанып.
Баҡтиһәң, ҡулланыусыларға cookies и кэш мәғлүмәттәрен даими юйып торорға кәрәк икән. Шулай уҡ интернет-ресурстарҙы ҡарағанда һәм ҡушымталарҙы үҙеңә күсереп алғанда айырыуса иғтибарлы булыу фарыз. Бынан тыш, антивирусты ваҡытында яңыртырға, телефонда документтарҙы һәм паролдәрҙе һаҡламаҫҡа кәрәк.
Александр Дворянский ышанысһыҙ Wi-Fi селтәренән файҙаланғанда һәм VPN-сервисына тоташҡанда ҡулайламанан банк ҡушымтаһына, шулай уҡ шәхси мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған бүтән ҡушымталарға инмәҫкә кәңәш итә. Әйткәндәй, “Роскомнадзор” әле тағы ла ҡайһы бер VPN-сервистарҙың эшен сикләргә ниәтләй.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА