

Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылында Ҡариҙел йылғаһында алты кеше кәмә менән батҡан.
Өс ир һәм өс ҡатын ярҙан бик йыраҡ та түгел, ун метр тирәһе ерҙә, бәләгә тарыған. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.
"Кәмәгә саманан күп кеше ултырған, шунлыҡтан, ауырлыҡҡа түҙмәй, ул әйләнгән, - тип белдерәләр ведмствола. – Бәхеткә, барыһы ла үҙаллы йөҙөп сыҡҡан, тик бер ҡатынға ғына медицина ярҙамы талап ителгән. Әле уны өйгә ҡайтарғандар".
Урынға медицина, полиция, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре килгән, хәлде асыҡлағандар.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.