

Кисә төндә Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан ауылында ҡурҡыныс авария теркәлде. Lada Vesta автомобиле руле артында ултырған 38 йәшлек ир К. Маркс урамында торған гаражға барып төкөлә. Бәрелеш бик көслө була, табиптар килеп еткәнсе водитель менән уның 49 йәшлек пассажиры йән бирә. Тағы бер 42 йәшлек пассажир ауыр йәрәхәттәр ала, уны дауаханаға оҙаталар.
Аварияның сәбәптәрен асыҡлау өсөн урынға Эске эштәр министрлығының үҙәк аппараты хеҙмәткәрҙәре юлланған.
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов телеграм-каналында белдереүенсә, үткән тәүлектә республика юлдарында һигеҙ авария теркәлгән. Уларҙа ике кеше һәләк булған һәм һигеҙе төрлө йәрәхәттәр алған.
Хәүефлелек дәрәжәһе буйынса хәрәкәтһеҙ ҡаршылыҡты маңлайға маңлай бәрелгән авариялар менән сағыштырырға мөмкин. Ғәҙәттә, быға оҡшаш юл-транспорт ваҡиғалары водителдең иғтибарһыҙлығы арҡаһында килеп тыуа. Йыш ҡына бағанаға, ағасҡа, туҡтап торған транспорт сараһына, бина стенаһына һәм башҡаларға бәрелеү өсөн секунд өлөштәренә иғтибарҙы юғалтыу ҙә етә. Әгәр кеше хәүефһеҙлек ҡайышы менән файҙаланмаһа, хәрәкәтһеҙ ҡаршылыҡҡа бәрелгәндә үлемгә килтереү өсөн аҙ ғына тиҙлек тә етергә мөмкин.
Фото: ЮХХДИ.