

Иң яҡшы биш иҫәбенә Саха (Яҡут) Республикаһы, Камчатка крайы, Свердловск өлкәһе, Карелия һәм Башҡортостан инә. Төбәктәр, 2021 йыл менән сағыштырғанда, урман янғындары майҙанын һиҙелерлек кәметеүгә өлгәшкән. Был турала Урман хужалығы федераль агентлығы етәксеһе Иван Советников 2022 йыл миҙгеле йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһында белдерҙе.
"Урман янғын һүндереү хеҙмәтенең оператив эше, урман янғындарын ваҡытынан алда асыҡлау, шулай уҡ урмандарҙы янғындан һаҡлауға йүнәлтелгән бер нисә норматив-хоҡуҡи акттың көсөнә инеүенә бәйле майҙандарҙы күп тапҡыр аҙайтыу мөмкин булған. Атап әйткәндә, төбәктәргә өҫтәмә көстәр һәм саралар йәлеп итеү өсөн ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү ябайлаштырылды", – тине ул.
Башҡортостанда 2022 йылда урман янғындары майҙаны 2021 йыл менән сағыштырғанда 49,6 тапҡырға кәмерәк һәм 318,7 гектар тәшкил итә. Был - урман янғындарын иҫкәртеү буйынса яҡшы эш һөҙөмтәһе.
Мәҫәлән, янғын миҙгелендә урман фондының 4,1 миллион гектар майҙанында һауа патруле даими алып барылды. Былтыр ошо сара яҡынса 250 сәғәт үткәрелһә, 2022 йылда дөйөм осоу ваҡыты (дрондар менән) 609 сәғәт тәшкил иткән. Һауа патрулдәренең йышлығы артыуы үҙ сиратында өс өҫтәмә дислокация пункты булдырыу менән бәйле: белгестәр Өфөнән генә түгел, Белорет, Йылайыр, Бөрйән райондарынан осҡан.
Ерҙәге хәл-торош ентекле күҙәтелде: дәүләт урман хужалығы инспекторҙары урман фондында 20,8 мең патруллек ойошторған, шул иҫәптән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының ведомство-ара хеҙмәттәшлеге сиктәрендә 1600 рейд үткәргән.
Хәлде йыһан мониторингы аша ла күҙәттеләр: система мәғлүмәттәре буйынса янғын миҙгеле башынан ерҙең бөтә категорияларында дөйөм майҙаны 10 мең гектарҙан ашыулыҡ 496 йылы нөктә теркәлгән.
Календарь ваҡытына ярашлы, урмандарҙа янғын һүндереү саралары үткәрелә — 12,3 мең километр оҙонлоғондағы минераллаштырылған урман һыҙаты эшләнә һәм үткәрелә, урмандарға яҡын торған 179 тораҡ пункты тирәһе һөрөлә.
Ошо саралар ярҙамында урман янғындарын һүндереү һөҙөмтәлелеге 100 процент тәшкил итте. Йәғни, бөтә сығанаҡтар ҙа асыҡланған мәлдән алып бер тәүлектән аҙыраҡ ваҡыт эсендә һүндерелгән. Ә иң мөһиме – бәхетһеҙ осраҡтарға, шул иҫәптән урман янғындарының тораҡ пункттарға һәм хужалыҡ объекттарына күсеүенә юл ҡуйылмаған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, быйыл төбәк халҡын һәм биләмәләрен ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау, шул иҫәптән янғындарҙы һүндереү өсөн авиация эштәрен башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән күп маҡсатлы Ca-32A11BC вертолеты һатып алынды. Донъяла иң яҡшы вертолеттарҙың береһе ул.
Фото: Урман хужалығы министрлығы.