Хәүефһеҙлек
18 Ноября 2022, 08:55

Игеҙәк малайҙарҙың хәле һәйбәт тип баһалана

Радий Хәбиров әйтеүенсә, ғаиләне ерләү сығымдарын республика үҙ өҫтөнә аласаҡ. Иҫән балаларға хәстәрлек күрһәтеләсәк. 

Игеҙәк малайҙарҙың хәле һәйбәт тип баһаланаИгеҙәк малайҙарҙың хәле һәйбәт тип баһалана
Игеҙәк малайҙарҙың хәле һәйбәт тип баһалана

Стәрлетамаҡ районының Матвеевка ауылында сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә ҙур ғаилә һәләк булды тип хәбәр иткәйнек. Был бар илде тетрәткән фажиғә буйынса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ фекерен белдерҙе.

“Бөгөн төндә Стәрлетамаҡ районының Матвеевка ауылындағы ике фатирлы йортта янғын сыҡты. Ул ете кешенең ғүмерен өҙҙө – биш бала һәм ике өлкән кеше һәләк булды. Тағы ла ике баланы ғаилә башлығы уттан сығарып өлгөргән, һуңынан өйгә әйләнеп ҡайтҡан әммә, кире сыға алмаған.

Беҙ урында фажиғә сәбәптәрен тикшереү менән шөғөлләнгән оператив штаб булдырҙыҡ. Уны Хөкүмәтебеҙ вице-премьеры Ирек Хәйривара улы Сәғитов етәкләй. Ерләү эштәрен ойоштороуҙы һәм тейешле сығымдарҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Һәләк булған балалар хаҡында хәстәрлек күрәсәкбеҙ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тейешле йөкләмә бирелде. Шулай уҡ янғындың күрше фатирҙа йәшәүселәргә килтергән зыянын баһаларға һәм уларға ярҙам күрһәтергә ҡуштым.

Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам”, – тип яҙҙы ул.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, иҫән ҡалған игеҙәк малайҙарҙың хәле һәйбәт тип баһалана. “Ваҡиға урынына "ашығыс ярҙам" хеҙмәткәрҙәре килде. Улар балаларҙы ҡараны. Сабыйҙар әҙерәк һөрөм еҫе менән ағыуланған, тик ныҡ түгел. Туған кешелре дауаханаға алып барыуҙан баш тартты”, – тигәндәр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Яҡынса билдәле булыуынса, әлегә малайҙарҙы 25 йәшлек туған кешеләре үҙенә алған.

Янғынға төҙөк булмаған электр сымы сәбәпсе булыуы ихтимал. Күршеләре әйтеүенсә, ғаиләнең электр приборҙары (көпшәле электр йылытҡысы) менән йылытылған ағас төкәтмәһе булған. Янғын тап унан башланғандыр, моғайын.

Фото: МЧС. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас