

Бөгөн таң менән ҡот осҡос янғын ете кешенең ғүмерен алып китте тип хәбәр иткәйнек. Фажиғә Стәрлетамаҡ районының Матвеевка ауылында булды. Бында атай менән әсәй һәм биш бала һәләк булды. Әле “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы был хәлде асыҡлаған.
Баҡһаң, ғаиләлә ете бала үҫкән. Уларҙың дүртәүһе тәрбиәгә алынған, ҡалғандары үҙ балалары булған. Янғын башланғас, атай кеше ике баланы сығарып өлгөргән. Улар иҫән ҡалған. Тик башҡаларын сығарам тип инеп киткән ир, янған өйҙән башҡаса сыға алмаған. Әлеге ваҡытта ул балалар күршеләрендә тиҙәр.
“Ғаилә имен ине, иҫәптә торманылар. Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайламалары бар. Уларҙы апрелдә һәм июлдә тикшерҙеләр. Барыһы ла тәртиптә ине. Әсәләре дүшәмбе көндө генә беҙгә килде, мин унан ҡулайламалар эшләйме тип һораным, ул эшләй тип яуап бирҙе. Әлегә янғындың сәбәптәре билдәле түгел. Балалары үҙҙәренеке лә, тәрбиәгә алынғандары ла бар ине. Араларында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәре лә бар, ул балалар мәктәпкә йөрөмәйҙәр, – тип әйткәндәр Матвеевка ауыл советында.
Янғында 46 йәшлек ир, 45 йәшлек ҡатын һәм уларҙың 21, 13, 10, алты йәшлек балалары һәләк булды. Тағы бер һәләк булған баланың йәше әле асыҡланмаған. Атай кеше уттан бишәр йәшлек игеҙәктәрҙе сығарып өлгөргән.
Әле был хәл буйынса “ике һәм унан күберәк кешене һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Урынға Эске эштәр министрлығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Евгений Лагацкий, республиканың тәфтиш идаралығы аппараты тәфтишсе-криминалистары, территориаль тәфтиш бүлеге етәкселеге һәм тәфтишселәр ебәрелгән.
“Ваҡиға урыны тикшерелә, уның һөҙөмтәләре буйынса суд экспертизалары комплексы тәғәйенләнә һорау алына, ваҡиғаға булышлыҡ иткән бөтә сәбәптәр һәм шарттар асыҡлана. Енәйәт эшен тикшереү республика тәфтиш идаралығы етәкселеге контроленә алынған”, – тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: "Моя Уфа" порталы.