

Бөгөн таң менән Башҡортостанда булған ҙур фажиғә бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Стәрлетамаҡ районының Матвеевка ауылында янғын сығып, ҙур ғаилә юҡҡа сыҡты. Янған өйҙә атай менән әсәй һәм уларҙың биш балаһының кәүҙәһе табылды. Асыҡланыуынса, улар һөрөм еҫенән ағыуланып үлде. Тағы ике бала – биш йәшлек игеҙәк малайҙар иҫән ҡалды. Уларҙы аталары сығарып өлгөрә, тик башҡаларын да ҡотҡарам тип кире инеп китә лә башҡаса сыға алмай.
“Башинформ” агентлығы ғаилә башлығының ағаһы Алик менән аралашҡан. Морат менән ҡатыны Нина бергә ете бала тәрбиәләгән. Уларҙың өсәүһе үҙҙәренеке булған, дүртәүһе тәрбиәгә алынған. Шуныһы, алынған балаларҙың һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән.
“Миңә таң менән апайым шылтыратты. Үҙем Стәрлетамаҡта йәшәйем, шунда уҡ урынға сыҡтым, янғын һүндереүселәрҙең машинаһын үтеп киттем. Мин килеп еткәндә ике махсус машина утты һүндерә ине. Янғын тотошлай ялмаған... Мин ғаиләне шунда уҡ күреп ҡалдым... өс бала һәм ата-әсәһе ята ине, уларҙы плед менән ҡаплағандар. Ярты сәғәттән башҡаларын һөйрәп сығарҙылар. Улар янмаған, ә төтөндән ағыуланған. Нина тәрбиәгә алынған бала өҫтөндә ята ине, күрәһең, ҡотҡарырға теләгән... Һаман ышана алмайым. Улар яңы ғына Иванов өлкәһенән ике баланы тәрбиәгә алғайны, уларға документтар эшләп йөрөй ине. Янғында тәрбиәгә алынған дүрт һәм үҙҙәренең бер балаһы һәләк булды”, – тип һөйләгән Алик.
Ғаилә башлығы Морат эшләгән, ғаиләһе өсөн тырышҡан. Уның микроавтобусы һәм “Лада Ларгус” машинаһы булған. Ул бөтә ил буйынса йөк ташыу менән шөғөлләнгән.
“Һуңғы ваҡытта, тағы ике бала алғас, бик йөрөмәй, өйҙә ине. Уларға ҡунаҡҡа килһәң, һәр ваҡыт алдында берәй бала ултыра торғайны. Уларҙың бөтәһен дә берҙәй яраттылар. Нина балалар, хужалыҡ менән шөғөлләнде. Һәр саҡ өҫтәлдәре аҙыҡ-түлек менән тулы булды, малайҙар өсөн бер нәмә лә йәлләмәнеләр. Тырышалар, йәшәйҙәр ине. Ә хәҙер береһе лә юҡ...” – тигән Алик.
Биш йәшлек игеҙәктәр балалар баҡсаһына йөрөгән, үҙ балалары мәктәптә уҡыған, ә тәрбиәгә алынғандарҙың үҫешендә үҙенсәлектәр булғас, өйҙә тәрбиәләнгәндәр.
Морат кухнялағы тәҙрә аша ике игеҙәк малайҙы сығарып өлгөргән.
“Малайҙар ерҙә ялан аяҡ торған, уларҙы тиҙ генә икенсе йортҡа алып киткәндәр. Мораттың ике ҙур балаһы бар: улы һәм ҡыҙы. Ҡыҙының өс балаһы бар, улы яңы никахлашҡайны шикелле. Улар оҙаҡламай өйләнешергә йыйына. Аңлауымса, өлкән улы ҡустыларын үҙенә алырға теләй, – тигән Алик. – Беҙ ғаиләлә алты бала үҫтек, ғаиләбеҙ ҙур, туғандар күп. Балалар иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ”.
Иҫән ҡалған малайҙар үлгән ата-әсәһен, ағаларын күргән, тик, бәләкәй булғас, нимә булғанын аңлап бөтмәгән.
Алик белдереүенсә, йортта бер розетка менән проблема булған. Бәлки, янғын шунан сыҡҡандыр.
- Уға яңыны ал тигәйнеләр. Морат иҫкеһен йүнәтеп, яңынан йыйған һәм әлегә эшләп торһон, аҙаҡ яңыны алам, тигән. Ағас төкөтмәнән ут сыҡҡан тигәнен белмәйем, унан кирбес йортҡа ут күсә алдымы икән”, – тигән ул.
“Ерләү эштәре менән хакимиәт ярҙам итәсәк, тинеләр. Сығымдарҙы үҙ өҫтөнә аласаҡтар. Нинаның туғандары Соколовкала, күрше ауылда ерләнгән. Моғайын, шунда ерләрбеҙ. Ләкин әлегә уларҙың кәүҙәләре суд-медицина экспертизаһында тикшереүҙә. Ҡасан бирерҙәр, белмәйбеҙ, бәлки, иртәгәнән һуңғалыр”, - тип өҫтәгән Мораттың ағаһы.
Фото: "Башинформ".