Хәүефһеҙлек
20 Ноябрь 2022, 11:00

Бөрөлә янғын сыҡҡан

Янғында инвалид ҡатындың ғүмере өҙөлгән.

Бөрөлә янғын сыҡҡанБөрөлә янғын сыҡҡан
Бөрөлә янғын сыҡҡан

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, кисә төндә Бөрө ҡалаһының Тыныслыҡ урамында шәхси йорт янған. Янғын тураһында хәбәр алыныу менән ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә.

Янғын һүндереүселәр килеп етеүгә, верандалы ике фатирлы йорттоң ҡыйығы яна башлағаны асыҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергән ваҡытта 45 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылған. Ул II төркөм инвалиды булараҡ иҫәптә торған. 

Янғынды һүндереүгә 10 кеше һәм өс берәмек техника йәлеп ителгән. 35 минут эсендә "ҡыҙыл әтәс" ауыҙлыҡланған, әммә янғынды ярты төнгә ҡәҙәр һүндереү эше дауам иткән.

Осраҡ буйынса тикшереү бара, янғын сәбәптәре асыҡлана. Фажиғәне Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе тикшерә.

Көндәр һыуытыу менән республикала янғын сығыу осраҡтары күбәйҙе. Әле республика халҡы Стәрлетамаҡтағы ҡот осҡос ваҡиғанан да арына алманы, утта йәнә кеше ғүмере өҙөлдө. Ут менән һаҡ булығыҙ, йылытыу приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, яғылған мейесте һүндермәй сыҡмағыҙ, газ приборҙары менән иғтибарлы булығыҙ!

Фото: "Горобзор".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас