

...2021 йылдың 16 майында көндөҙгө сәғәт 4-тәр тирәһендә Учалы – Рысай юлының 13-сө саҡрымында 37 йәшлек ҡатын “Фольксваген Поло” еңел автомобиленә идараны юғалта, һәм машина юлдан ситкә оса. Фажиғә һөҙөмтәһендә өс кеше яралана, уларҙың береһе – бала. Бихисап йәрәхәттәр алған кешеләр Учалы үҙәк ҡала дауаханаһына оҙатыла.
Был фажиғәлә пассажир Гөлнара Басирова ла зыян күрә. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте йәш ҡатынды аңһыҙ килеш табиптар ҡулына тапшырғас, уның бик күп тән яралары алғанлығы асыҡлана: башы, умыртҡа һөйәге ауыр йәрәхәтләнгән, күкрәк һөйәге, ете ҡабырғаһы, һул аяғы һынған, эске ағзалары имгәнгән, ҡолаҡ ярыһы йыртылған...
Ниндәйҙер көс менән иҫән ҡала ул. “Баламдың бәхетенән”, – ти Гөлнара үҙе.
19 майҙа ҡатынды Өфөләге Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына күсерәләр. Шунан 9 сентябрҙә генә өйөнә ҡайта ул. Быға ҡәҙәр ике әмәлиәт үткәрә, киләсәккә тағы операциялар планлаштыралар. 11 ноябрҙән 18 декабргә тиклем йәнә шул дауаханала нейрохирургия булегендә ята – умыртҡа һөйәгенә операция яһайҙар.
Гөлнара бөтәһе биш ошондай әмәлиәт үткәрә. Әммә былар теләгән һөҙөмтәне бирмәй: ҡатындың аяҡтары хәрәкәтләнмәй, ул атлай алмай. “Яҙмыштың бындай һынауынан күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, йәшәүгә, аяҡҡа баҫыуға өмөтөм өҙөлөп, үлгем килгән саҡтар ҙа булды”, – ти ул.
Әммә Өфөлә, Мәскәүҙә реабилитация клиникаларында дауаланыу уға көс, дәрт бирә, аяҡҡа баҫыу ышанысын арттыра. Хәҙер Гөлнараның йәшәргә, атлап китеренә теләге ныҡлы. “Миңә Учалы үҙәк ҡала дауаханаһындағы, Өфөләге, Мәскәүҙәге табиптар, реабилитологтар, массажсылар алға барырға көс бирҙе. Әлбиттә, аяҡҡа баҫыр өсөн әле күп эшләйһе бар, оҙайлы реабилитация талап ителә. Мәскәү ҡалаһындағы көслө реабилитация клиникаһына барырға кәрәк. Әле шунда дауаланыр өсөн аҡса йыям”, – ти көслө ихтыярлы ҡатын.
“Күмәкләгән – яу ҡайтарған”, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, кешеләрҙең бер йылы һүҙе лә Гөлнараға еңел булмаған юлында туҡтап ҡалмаҫҡа, артабан йәшәргә көс бирә. 10 йәшлек улы ла уны дәртләндереп тора. Алла бирһә, 33 йәшлек яҡташыбыҙ йүнәлеп, үҙенең яратҡан уҡытыусылыҡ эшенә ҡабат тотонор тип ышанайыҡ.
Бөгөн – Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлдарҙа һәләкәттәр һаны кәмемәй. Фото-, видеотеркәү камераларын күпләп ҡуйыу ҙа, юлдарҙы төҙөкләндереү ҙә хәлгә һынылыш индермәй әле. Фажиғәләрҙең сәбәптәре төрлө: насар һауа торошо ла, ҡәнәғәтләнерлек булмаған юлдар торошо ла, ләкин иң төп сәбәпсе – водителдәр үҙҙәре. Юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмайҙар йә теүәл үтәмәйҙәр, иҫерткес эсемлектәр эскән килеш рулгә ултыралар. Тиҙлекте арттырыу, дистанция һаҡламау, хәүефһеҙ арауыҡты самаламай алдағы транспорт сараһын уҙып китергә тырышыу – бына бәләгә килтергән төп сәбәптәр.
Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәп кенә водитель үҙенең дә, пассажирҙарының да һаулығын, ғүмерен һаҡлап ҡала ала. Ошоно оноторға ярамай.
Юлдарыбыҙ хәйерле булһын!
Фото: https://vk.com/basyrova89