Хәүефһеҙлек
20 Ноябрь 2022, 12:00

Юғалған кешеләр табылған

Бөгөн төндә ҡотҡарыусыларға Белорет районында өс өлкән кеше һәм ете йәшлек бала юғалыуы тураһында хәбәр килә...

Юғалған кешеләр табылғанЮғалған кешеләр табылған
Юғалған кешеләр табылған

Мәғлүмәт алынғас та, республика буйынса Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре, йәмғеһе 16 кеше, юғалғандарҙы эҙләргә сыға. Эҙләү эшенә туғыҙ транспорт берәмеге, шул иҫәптән вертолет та йәлеп ителә.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов белдереүенсә, юғалған кешеләр, шөкөр, табылған. Барыһы ла иҫән-һау.

“Һыуыҡтар төштө. Ял итергә, балыҡҡа, урманға барғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ. Телефонығыҙҙың зарядкаһын, элемтә барлығын-юҡлығын иҫәптә тотоғоҙ, ҡайҙа йүнәлгәнегеҙ тураһында яҡындарығыҙға алдан хәбәр итегеҙ”, - тип белдерә Ирек Сәғитов.

Әйткәндәй, алдан яҙып үтеүебеҙсә, Сибайҙа ла тәбиғәткә бәйле ваҡиға теркәлде. Бында иһә балыҡсы боҙ аҫтына киткән. Үкенескә ҡаршы, ирҙе ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр.

Белеүегеҙсә, был көндәрҙә республикала янғын осраҡтары ла йышайҙы, шулай уҡ ҡорбандар бар. Имен булайыҡ, хәүефһеҙлекте инҡар итмәйек, йәмәғәт.

Фото: pixabay.com.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас