Йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланып та өлгөрмәне, һыуға батып үлеү осраҡтары йышайҙы. Бөгөн тағы ла ошо хаҡта күңелһеҙ хәбәр Хәйбулла районынан килде.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Хәйбулла районында 1954 йылғы ир Таналыҡ йылғаһына батҡан. Полиция һәм хакимиәт хеҙмәткәрҙәре балыҡсының кәүҙәһен боҙ аҫтынан сығарған.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ҡалынлығы ете сантиметрҙан кәм булмаған осраҡта ғына боҙ бер кешене күтәрә ала, ә йәйәүлеләр юлы өсөн боҙҙоң ҡалынлығы 15 сантиметр тәшкил итергә тейеш.
Тамаҡ тамуҡҡа илтә, тиҙәр. Аслыҡ заманы түгел, әммә "балыҡ ашайым" тип үҙен һәләк иткәндәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле лә йыш осрай.
Фото: @mchsrb.