Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Ноябрь 2022, 22:25

Тыныс ҡына ҡарап булмай...

Баҙар янында оло йәшлек инәй тапалып һәләк булды.

Тыныс ҡына ҡарап булмай...
Тыныс ҡына ҡарап булмай...

Бөгөн Өфөлә фажиғә теркәлде: “ГАЗель” йөк машинаһы өлкән йәштәге инәйҙе тапатып һәләк итте.

Хәл Менделеев урамында, Гурьев баҙары биләмәһендә була. 44 йәшлек ир йөгөн ҡалдырыр өсөн “ГАЗель” машинаһында артҡа ҡарай хәрәкәт иткән саҡта юл уртаһынан китеп барған инәйҙе тапата. Водитель юлдан йыраҡ булмаған поддондар өҫтөнә мендем тип уйлай, ә ысынында өлкән кешене һәләк итә. 73 йәшлек ҡатын шул урында йән бирә.

Әле был хәл буйынса тикшереү башланған. Иғтибарһыҙлыҡ сәбәпле килеп сыҡҡан аварияла барыһы ла йәл: хәүефһеҙлеген уйламай ҡорбан булған инәй ҙә, уны күрмәй енәйәтсегә әйләнгән водитель дә. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй, иғтибарлыҡты бер минутҡа ла оноторға ярамай!

Фото: "Моя Уфа / Новости".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: